ЙӘШНӘП УҘҒАН ҒҮМЕР

 

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,

Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.

һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,

Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

 

Был доньяға килгән һәр кем үҙенән һуң ниндәйҙер иҫтәлек, эҙ ҡалдыра. Районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихында сағыу шәхестәрҙең береһе булған Әфтәх Ғата улы Ишмаев ҡалдырған яҡты эҙ, уның тураһындағы иҫтәлектәр яҡташтары хәтерендә. Уны белмәгән, ишетмәгән кеше һирәктер. Күренекле шәхестең тыуыуына быйыл 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан ауылыбыҙҙың уңғандары, хеҙмәт ветерандары, Әфтәх Ғата улы менән хеҙмәт юлдарын башлаусы ауылдаштарыбыҙ һәм уның балалары менән тыуған төбәгебеҙҙең, ауылыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлаған музейҙа хәтер кисәһенә йыйылдыҡ.

Кисә Ишмаев Әфтәх Ғата улын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Унан һуң ярты быуаттан ашыу ваҡытҡа әйләнеп ҡайтып, тарихты күҙалланыҡ.

... 1947 йылдың марты. Бер аҙна инде күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Ҡалын ҡар ҡатламы күмелгән Мораптал урамы буйлап оҙон шинель кейгән бер ят кеше үтеп бара.

– Өфө яғынан килгән, тиҙәр. Чапай МТС-ына директор урынбаҫары итеп ебәргәндәр уны, – тип "сер сисә" ауыл халҡы.

– Ҡарғалар менән бергә килә, көҙгә кире ҡайтып китмәһә ярар ине, – тип юраусылар ҙа була.

Ләкин яңы ғына яу ҡырынан ут-һыу аша үтеп, ҡоростай сынығып ҡайтҡан Әфтәх ундай елғыуарҙар затынан түгел. Ул һуғышта партия сафына инеп, «иҫән ҡайтһам, ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләйәсәкмен»,  тип һүҙ биргән була. Һуғыш башланырҙан ике йыл элек һалдатҡа алынып, яу тамамланғандан һуң ике йылға һуңлап ҡайтҡан егеттә тыныс тормошта йәшәүгә ынтылыш көслө була. Шуға күрә Әфтәх Ғата улы партия ҡушыуы буйынса, бөтөнләй үҙе күрмәгән-белмәгән ергә килә лә инде.

Ағас емеше менән, әҙәм эше менән, тиҙәр. Ят егеттең тырышлығын Мораптал ауылы халҡы шунда уҡ һиҙеп ала. Шуға күрә бәләкәй колхоздарҙы берләштерергә – Киров исемендәге колхоз төҙөргә булғас, хужалыҡтың рәйесе итеп кемде һайлау мәсьәләһе үҙенән-үҙе хәл ителә лә инде.

Яңы рәйес муйынынан эшкә сума. Үҙенең пландары, уй-хыялдары менән уртаҡлашып, колхозсыларҙы ихлас эшләргә саҡыра, аҙ ғына ваҡыты булдымы – һуғышҡа саҡлы ауыл хужалығы техникумында алған белемдәрен ҡабатлай, игенселек-малсылыҡ буйынса төрлө китап- брошюраларҙы уҡый.

Етәксенең тәүге ынтылышы бушҡа китмәй – колхозда арыу ғына иген үҫтерелә. Тик йәш хужаны самаһыҙ ауыр эшкә тотоноп, бер ни ҡәҙәр эште яйға һалған ғына ваҡытта ауырыу оҙаҡ ваҡытҡа аяҡтан йыға һәм уға эштән айырылып торорға тура килә. Дауаланып, һауыға башлағас, яҙмыш уны тағы ла Юшатыр йылғаһы буйҙарына алып килә: Ишмаевты Чапай МТС-ына партком секретаре итеп һорайҙар.

Был ваҡиға 1953 йылдың сентябре була. Был юлы инде ул был төбәктән бер ҙә айырылмаҫ өсөн, тәү осрашыуҙа уҡ күңеленә яҡын күренгән сал далаға үҙенең бөтә ғүмерен арнау өсөн килә. Күп тә үтмәй уны яңынан Киров исемендәге колхозға рәйес итеп һайлайҙар.

Ошонда инде, ысынлап та, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәүге йылдарҙа Ишмаев ниндәй ҙур дәрт һәм ихласлыҡ менән колхозсыларҙы иген игергә туплаһа ла, уңыш алыуҙар ул уйлағанса ғына барып сыҡмай. Етмәһә йылдан-йыл ҡабатланған ҡоролоҡ Юшатыр буйҙарын ғына түгел, гүйә Әфтәх Ишмаевтың күңелен көйҙөрә.

Ләкин ул көйөнөп ултырмай, был саранан сығыу юлын эҙләй. Басыуҙарға тиреҫ сығарыуҙы ойоштора, ерҙәрҙе утыҙ сантиметр тәрәнлектә һөрөргә һәм туңға һөрөүҙе август айында уҡ башҡара башларға ҡарар итә. Уның һүҙе эшенән айырылмай. Ул барлыҡ билдәләнгән агротехник сараларҙың еренә еткереп үтәлеүен үҙе үк контролгә ала.

Һәм, ниһәйәт, тырышлыҡ бушҡа китмәй. Изге Ер-әсә, үҙенә күрһәтелгән иғтибарҙы, һый-һөрмәтте ҡайтарырға теләгәндәй, уңғандарҙы әленән-әле мулыраҡ уңыш менән һөйөндөрә. Хужалыҡтың дәүләткә иген тапшырыу планы үтәлә, хатта арттырып үтәлә башлай. Һөҙөмтәлә колхоздың иҡтисади хәле яҡшыра.

Ләкин Әфтәх Ишмаев өлгәшелгәндәр менән тынысланып йәшәй торған кеше түгел. Уға даими ижади эҙләнеү, көндән-көн ҙурыраҡ бурыҫтарҙы хәл итеүгә ынтылыш хас. Уҡырға тигән уй килә һәм ул белемен арттырырға ҡарар итә. Ошо теләк менән  Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 50 йәше тулыуға «Киров исемендәге колхозда хужалыҡ тармаҡтарын махсуслаштырыу» тигән тема буйынса диплом яҡлап, институтты тамамлап сыға.

Ишмаевтың юғары белем алыуы игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтарында ҙур роль уйнай. Уҡығанда алған тәжрибәләр ҙә уға атҡарыласаҡ эштәренә этәргес була: һуғарыу майҙандары арттырыла, сафҡа индерелә. Унда үлән, йәшелсә, картуф сәсәләр. Төрлө ҡорамалдар, яңы агрегаттар алына, өҫтәмә насос станциялары төҙөлә. Уңыш мул алынғас, хужалыҡтың малы ла ишәйә. Мал ишәйгәс, һөт, ит буйынса дәүләт планы арттырып үтәлә һәм хужалыҡтың иҡтисади базаһын нығыуға этәргес булып тора.

Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар: 1976 йылда иген һәм башҡа ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге етештереүҙе һәм дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Киров исемендәге колхоз рәйесе Әфтәх Ғата улы Ишмаев Ленин ордены менән бүләкләнә. Шулай итеп, Ишмаевтың Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар янына дәүләтебеҙҙең иң юғары наградаһы өҫтәлә. (Ишмаевтың был наградалары музейыбыҙҙа ҡәҙерләп һаҡлана).

Партияның XXIV съезында делегат булып ҡатнашыуы, Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Верховный Советы депутаты итеп һайланыуы уның ғүмерендә бер ҡасан да онотолмаҫ ваҡиғалар булып күңел күгендә яҡты йондоҙ булып янған.

Әфтәх Ишмаев ҙур йәмәғәт эштәре алып бара: ул КПСС-тың Күмертау ҡала комитеты ағзаһы, хеҙмәтсәндәр депутаттарының ауыл Советы, район Советы депутаты, район Советы башҡарма комитеты ағзаһы. Өҫтәүенә колхоз рәйесе тәжрибәле агитатор һәм лектор ҙа.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, коммунист Әфтәх Ишмаев – һыналған етәксе, тәжрибәле белгес, дәртле йәмәғәтсе. Ул һәр эште еренә еткереп үтәргә, халыҡҡа ихлас хеҙмәт итергә, шунан илһам, дәрт, рухи ҡәнәғәтләнеү алып йәшәргә күнеккән шәхес.

Эште янып-көйөп, бөтә көсөн һалып башҡарыу ғәҙәте рәйес һәм коммунист Әфтәх Ишмаевтың сәләмәтлеген ҡаҡшата – 58 йәшендә генә йөрәге тибеүҙән туҡтай, был 1977 йылдың 3 авгусы була. Әммә ул йәшәгән һәр йыл ғәмһеҙ кешенең бер нисә йылына торош итерлек.

Ауылыбыҙҙың  30 йылдан ашыу (теүәл әйткәндә 31 йыл) тарихы булған Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы йырсы тураһындағы мәғлүмәттәр менән генә тупланмаған. Ошо ауылыбыҙҙан сыҡҡан, үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырған байтаҡ ҡына шәхестәрҙең, яҡташтарыбыҙҙың ғүмер һәм хеҙмәт иҫтәлеген һаҡлай. Шулар араһында яҡташыбыҙ Әфтәх Ишмаевҡа ла лайыҡлы урын бүленгән. Бында уның фотоһүрәттәре, наградаларын раҫлаусы документтары, Почет грамоталары, уның тураһында яҙылған мәҡәләләр һәм шәхси әйберҙәре ҡәҙерләп һаҡлана.

А.С. Ниғмәтуллина